Помощничек
Главная | Обратная связь


Археология
Архитектура
Астрономия
Аудит
Биология
Ботаника
Бухгалтерский учёт
Войное дело
Генетика
География
Геология
Дизайн
Искусство
История
Кино
Кулинария
Культура
Литература
Математика
Медицина
Металлургия
Мифология
Музыка
Психология
Религия
Спорт
Строительство
Техника
Транспорт
Туризм
Усадьба
Физика
Фотография
Химия
Экология
Электричество
Электроника
Энергетика

ЙЫР “БОЛОТТАР”(“ОБЛАКА”)

Тәрбиәсе:Туҡтағыҙ! Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? Шалҡан үҫеп ултыра, түгелме?

Батшабикә: Әәә, бөтәһе лә яҡшы! Балалар, тимәк беҙ ниндәй әкиәткә юлыҡтыҡ?

Балалар: “Шалҡан” әкиәтенә!

Батшабикә:Афариндар! Ә һеҙ ул әкиәтте яҡшы беләһегеҙме?Әйҙәгеҙ әле. Миңә сәхнәләштереп күрһәтегеҙ!

“Шалҡан” әкиәте

Ҡатнашалар:Әбей, Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә, Сысҡан, Һөйләүсе.

Декорация:Өй, ҡойма, алда – ҙур шалҡан!

Һөйләүсе:Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.

Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(әбей йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.

Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Ейәнсәре йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.

Ейәнсәре:Аҡбай, кил әле ярҙамға!

(Эт сыға)

Аҡбай:Уау! Уау!

Һөйләүсе:Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.

Аҡбай:Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Бесәй сыға)

Мыяубикә:Мыяу! Мыяу!

Һөйләүсе:Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!

Мыяубикә:Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!

Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!

Әбей:Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!

Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!

Мыяубикә:Сысҡан, кил әле ярҙамға!

Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!

(Бөтәһе лә тамашасыға баш эйәләр).

ХОРОВОД”РЕПКА”

Батшабикә:Рәхмәт, балалар!Ҡалай матур итеп уйнанығыҙ, афарин!Мин һеҙгә тағы ла серле таяғым менән әкиәт бүләк итәм: 1, 2, 3! Миндә – тылсым, миндә – көс!(ҡыңғырауын сыңлатһа, йомро икмәк тәгәрәп сыға)

Тәрбиәсе:Балалар! Ҡарағыҙ әле. Был бит – йомро икмәк!

Батшабикә: Әллә был әкиәтте лә беләһегеҙме?!Әйҙә әле, мин ҡарайым, һеҙ уйнағыҙ!

ЙОМРО ИКМӘК” ӘКИӘТЕ

Ҡатнашалар:Йомро икмәк, Әбей, Бабай, Ҡуян, Бүре, Айыу, Төлкө, Һөйләүсе.

Декорация:Өй, ҡойма, шыршылар.

(Әбей менән бабай өйҙә ултыра. Әбей ойоҡ бәйләй, бабай гәзит уҡый)

Һөйләүсе:Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай ултырған-ултырған да. Бик ныҡ асығып киткән ти.

Бабай: Әбекәй!Асыҡтым, йомро ғына итеп икмәк бешереп ашат әле!

Әбей: Нимәнән генә бешерәйем һуң!Он бөттө бит.

Бабай: Ә һин ларҙы ҡырып-һепереп ҡара! Бәлки, бер ус йыйылыр!

БЕЙЕҮ “БИШБАРМАҠ”.

Һөйләүсе:Әбей ларҙы ҡырып-һепереп, бер ус он йыйып алған, ти. Ҡамыр баҫып, йомро ғына икмәк яһап, уны мейестә бешереп алған. Хуш еҫ бөркөп тоған йомро икмәген һыуытырға тип тәҙрә төбөнә ҡуйған да, үҙе бабайҙы сәйгә саҡырырға сығып киткән. Ә йомро икмәккә шул саҡ йән инеп, тирә-яҡҡа һоҡланған да, һикереп төшкән дә, һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп киткән дә барған, ти.

(Йомро икмәкте тәгәрәтәбеҙ. Бала йүгереп сыға)

Йомро икмәк:Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым.

(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)

Ҡуян:Ох, йомро икмәк!Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! МИн һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)

Бүре:Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк:Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)

Айыу:Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

 

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)

Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк:Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Айыуҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың!Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!

Һөйләүсе:Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! ӘӘә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.

ХОРОВОД “КОЛОБОК”

Батшабикә:Үәт, маладистар!

Әкиәтте яраталар

Ололар һәм балалар.

Изгелеккә, матурлыҡҡа

Өйрәтә беҙҙе улар.

Нисек дөрөҫ йәшәргә,

Ниндәй эштәр эшләргә,

Ә хәҙер беҙҙең менән

Юлландыҡ “Тирмәкәй”гә!

“Тирмәкәй” әкиәте

Ҡатнашалар: Сысҡан, Әрмәнде, Ҡуян, Төлкөбикә, Бүре, Айыу.

Уртала тирмә ултыра. Дәртле көйгә бейей-бейей ике сысҡан килеп сыға.

“ТАНЕЦ МЫШАТ”

Сысҡан: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Тыңлай. Берәү ҙә тауыш бирмәй)

Бик тыныс яҡын-тирә,

Ниндәй матур был тирмә!

Әҙер өй булыр тимә,
Бик кәрәк тә ул миңә! (Инеп китәләр)

Һөйләүсе:Сысҡан тирмәкәйҙә рәхәтләнеп йәшәй башлаған, ти. Унда йылы, ә тышта әсе ел сығып, һыуытып ебәргән, ти. Бына йылы урын эҙләп әрмәнде һикереп йөрөй, ти.

Әрмәнде: Ууа-ууа-ууа(ква-ква)

Тышта һалҡын, өшөттө,

Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Тирмәлә сысҡандың башы күренә)

Сысҡан:Ҡыр сысҡаны булам мин,

Үҙең кем булаһың һин?

Әрмәнде:Мин –Әрмәнде, тирмәңә

Индер әле мине лә.

Йәшәрбеҙ бергә-бергә,

Күңелле булыр беҙгә.

Сысҡан:Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Әрмәнде:Мин бейей беләм.

“Танец лягушки” (Ша-ла-ла-ла)

(Әрмәнде тирмә эсенә һикереп инә. Ҡуян килеп сыға)

Һөйләүсе:Урманда көслө ямғыр башланған. Ышыҡ урын эҙләп, Ҡуян һикерәнләп йөрөй, ти.

Ҡуян: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,
Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан: Мин ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Әрмәнде, үҙең кем һуң, әйт әле!

Ҡуян: Мин – йүгерек ҡуянмын,

Үлән ашап туямын,

Тик өйөм юҡ, бер үҙем

Быға нисек түҙерһең?!

Сысҡан:Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Ҡуян: Ә мин бейей беләм.

ТАНЕЦ ЗАЙЧИКОВ

Әрмәнде:Индерербеҙ, үт әйҙә,

Беҙҙең менән йәшәрһең.

(Бергәләп эскә үтәләр. Бер аҙҙан Төлкөбикә килеп сыға.)

Төлкө:Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан: Мин – ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Мин – Әрмәнде.

Ҡуян: Мин- Ҡуян.

Үҙең кем булаң?

Төлкөбикә: Апайығыҙ Төлкөбикә,

Индерегеҙ төнгөлөккә.

Ҡуян: Тынғы булһа һинән беҙгә...

Сысҡан: Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Төлкө: Мин – бейеүсе.

БЕЙЕҮ

(Ҡуян төлкөнө тирмәгә индерә. Бүре килә)

Бүре: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан:Ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Әрмәнде.

Ҡуян: Мин – ҡуян.

Төлкө: Ә мин – Төлкө, һин үҙең кем, әйт инде!

Бүре: Мин үҙем һоро бүре,

Тышта бик өшөттөрҙө.

Төлкө:Тик йәберләмә беҙҙе,

Инһәң, әйҙә, үт инде!

Сысҡан: Туҡта, һөнәрен күрһәтһен.

Бүре: Әйҙәгеҙ, күңелле зарядка эшләтәм.

БУГИ-ВУГИ.

(Бүре инә.Күмәкләп йырлай башлайҙар)

Бөтәһе бергә:Күңелле, күңелле,

Бергә йәшәү күңелле.

Йырҙар яңғырап тора –

Матур ҙа һуң был донъя!

(Тауышты ишетеп Айыу килеп сыға, туҡылдата, үкерә)

Айыу:Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Ҡурҡып бер кем дә тауыш бирмәй)

Айыу:Ҡурҡмағыҙ минән, теймәм,

Тирмәгеҙҙе емермәм!

Бүре(шым ғына):Инә алмаҫһың шул һин..

Айыу: Тирмәгеҙҙе асығыҙ,

Көтә айыу бабағыҙ!

Бөтәһе бергә:Ҡурҡабыҙ, һин бик ҙурһың,

Барыбыҙҙы тапарһың...

(Айыу ҡыҫылып инә, тирмә ауып төшә, йәнлектәр ҡаса)

Айыу:Минең дә бит тирмәлә

Бергә йәшәгем килә.

Ҡайҙа ҡасып бөттөгөҙ,
Зинһар, кире килегеҙ!

Бергә тирмә төҙөрбөҙ-

Мине ғәфү итегеҙ!

(Йәнлектәр йыйыла. Яңы тирмә күтәрә башлайҙар)

Күмәк йыр: Матур ялан уртаһында

Тора беҙҙең аҡ тирмә.

Күңелле йәшәйбеҙ унда

Дуҫтар йыйылып бергә!

Күңелле, күңелле,

Бергә йәшәү күңелле.

Йырҙар яңғырап тора,

Матур ҙа һуң был донъя!

 

Айыу, Бүре, Ҡуян, Төлкө,

Сысҡандар, әрмәнделәр.

Барыһы бергә дуҫлашып,

Татыу ғына йәшәйҙәр.

 

Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй.

Айыу, Бүре, Ҡуян, Төлкө,

Сысҡан, әрмәнде йәшәй!

 

Йырҙар яңғырап тора,

Матур ҙа һуң был донъя!

Батшабикә:Ҡалай күңелле, матур булды! Афарин, балалар! Бер ҙә генә һеҙҙе әкиәт иленән ҡайтарғым килмәй.

Тәрбиәсе:Рәхмәт, Батшабикә! Һинең илеңдә бик оҡшаны. Тик беҙгә ҡайтырға ваҡыт.

Батшабикә:Туҡтағыҙ! Балаларға бүләк таратайым.

Был – һауалы шар,

ул бик алыҫҡа осор,

һеҙҙе үҙ өйөгөҙгә,

шунда уҡ алып барыр.

Тәрбиәсе:Бауҙарға тотондоҡ,

Бер, ике, өс! Остоҡ!

Йыр “Шарҙар”(или икенсе йыр-мыр!)

Тәрбиәсе:Күҙ йомғансы, һауалы шар

Үҙ бүлмәбеҙгә илтте.

Әкиәт батшабикәһе

Шәп байрам бүләк итте!

Бик күңелле, ҡыҙыҡ булды,

Оҡшанымы, балалар!

Ярай, яҡшы! Ошоноң менән

Әкиәтебеҙ тамам!

 

 

 




Поиск по сайту:

©2015-2020 studopedya.ru Все права принадлежат авторам размещенных материалов.